+17 °С
Дождь
Яңылыҡтар
15 Июля , 09:54

9-сы синыфты тамамлағас, һәр бала 10-сыға барырға хоҡуҡлы

Рәсәй Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте  хәбәр итеүенсә, 9-сы синыфты тамамлаған һәм ҡулына төп дөйөм белем тураһында аттестат алған һәр бала уҡыуын 10-сы синыфта дауам итергә йә урта һөнәри белем уҡыу йортона инергә хоҡуҡлы.

9-сы синыфты тамамлағас, һәр бала 10-сыға барырға хоҡуҡлы9-сы синыфты тамамлағас, һәр бала 10-сыға барырға хоҡуҡлы
9-сы синыфты тамамлағас, һәр бала 10-сыға барырға хоҡуҡлы

Рәсәй Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте  хәбәр итеүенсә, 9-сы синыфты тамамлаған һәм ҡулына төп дөйөм белем тураһында аттестат алған һәр бала уҡыуын 10-сы синыфта дауам итергә йә урта һөнәри белем уҡыу йортона инергә хоҡуҡлы.

Урта белем алыу хоҡуғына һәр кем эйә. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәр айырым предметтарҙы  тәрән өйрәнеүле профилле синыфтарға шәхси һайлау үткәрә ала. Бындай һынауҙы уңышлы үткән баланы 10-сыға мотлаҡ алырға тейештәр.

Бала 9-сы синыфты тамамлаған мәктәптә буш урындар булмаһа, төбәк йә муниципаль мәғариф идаралығы органдары уға башҡа мәктәптә урын табырға бурыслы. Әгәр уҡыусы профилле синыфҡа һайлауҙы үтмәһә, уға универсаль профилле синыфта урын бирергә тейештәр”, – тиелә рәсми аңлатмала.

Балаларын 10-сы синыфҡа яҙҙырыу проблемалары менән ата-әсәләр Рәсәй Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн рәсми бәйләнеш каналдарын, шул иҫәптән министрлыҡтың рәсми сайтындағы йәмәғәт ҡабул итеүе номерын һәм ҡыҙыу бәйләнеш линияһын файҙаланырға кәрәк.

 

Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас