+17 °С
Дождь
Яңылыҡтар
15 Июля , 08:05

Өфөлә ҡотҡарыусылар күл уртаһынан дүрт үҫмерҙе алып сыға

Өфөләге Йылыкүлдә 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге дүрт үҫмер прокатҡа кәмә ала.  Шул саҡ ҡойма ямғыр башлана.

Өфөлә ҡотҡарыусылар күл уртаһынан дүрт үҫмерҙе  алып сығаӨфөлә ҡотҡарыусылар күл уртаһынан дүрт үҫмерҙе  алып сыға
Өфөлә ҡотҡарыусылар күл уртаһынан дүрт үҫмерҙе алып сыға

Өфөләге Йылыкүлдә 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге дүрт үҫмер прокатҡа кәмә ала.  Шул саҡ ҡойма ямғыр башлана. Егеттәр ярға сығырға уйламай ҙа, киреһенсә, кәмәне сайҡалдырып, шаяра башлай. Кәмә түңкәрелә, ә ярға тиклем 100 метр самаһы.

Бәхеттәренә күрә, малайҙарҙы ямғыр шаршауы аша Өфө Граждандар һағы идаралығы ҡотҡарыусылары шәйләп ҡала. Йәһәт кенә кәмәлә эргәләренә барып, алып сығалар.

Ярай балалар ҡотҡарыусылары булған рәсми пляжда була, ә кәмәне ҡуртымға биреү пунктында уларҙы ҡотҡарыу жилеттары кейергә мәжбүр итәләр. Юғиһә фажиғәнән ҡотола алырҙар инеме икән.

Ҡайһы бер үҫмерҙәр тәрән һыуҙың хәүеф сығанағы икәнен уйлап та бирмәй. Әллә шәп булып күренергә тырыша, әллә шаяра, әллә башҡаларҙы ҡурҡытырға теләй, әллә эмоциялары ташып китә. Бына шундай саҡта һалҡын аҡылды ҡулланып өйрәнергә ине уларға. Айыҡ аҡыл менән эш итеү – өлкәнәйеү һәм етдилек билдәһе.

 

Фото: Өфөнөң Граждандар һағы идаралығы / МАКС.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас