+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Июля , 10:40

Әбйәлил балалары – “Сулпылар” телетапшырыуында

Әбйәлилдең өс талантлы балаһы БСТ каналындағы “Сулпылар” тапшырыуында ҡатнашҡан.

Әбйәлил балалары – “Сулпылар” телетапшырыуындаӘбйәлил балалары – “Сулпылар” телетапшырыуында
Әбйәлил балалары – “Сулпылар” телетапшырыуында

Әбйәлилдең өс талантлы балаһы БСТ каналындағы “Сулпылар” тапшырыуында ҡатнашҡан.

Балалар өсөн был проектта ҡатнашыу ҡыйыулыҡҡа, артислыҡҡа, камера алдында үҙеңде тота белеүгә һынау булып тора. Бәләкәй йырсылар һынауҙы уңышлы үтеп сыҡҡан. Ул талант, ул харизма, ул шөғөлгә бирелгәнлек урғылып торған бәләкәй һәүәҫкәрҙәрҙән.

Алтынайҙың тауышын тәүләп ишеткәс тә аңланым – үҙенә айырым бер тауыш был.  Ләкин телепроектта ҡатнашыу – тауыш ҡына түгел.  Был – сәхнәлә үҙеңде тота белеү, камера менән эшләү, йырҙы хис-тойғоло башҡарыу. Беҙ йән-тиргә батҡансы репетициялар үткәрҙек, әммә эшебеҙ бушҡа китмәне.  Уҡыусың сәхнәгә сыҡҡанда тамашасы алҡышлағанын күрһәң – педагогҡа шул иң ҙур бүләк”, – ти педагог Фәүриә Йәрмөхәмәтова. 

Республика телепроекттарында ҡатнашыу Әбйәлилдә юғары кимәлле педагогтар эшләгәнен раҫлап тора.

Йәш таланттарға ярҙам һәм уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү – “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса эштең мөһим өлөшө ул.

 

Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәте мәғариф бүлеге.

Әбйәлил балалары – “Сулпылар” телетапшырыуында
Әбйәлил балалары – “Сулпылар” телетапшырыуында
Әбйәлил балалары – “Сулпылар” телетапшырыуында
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас