+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Июля , 07:37

Фәтҡулла олатайға – 103 йәш!

Хәйбулла районының иң өлкән кешеһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтҡулла Әһлиулла улы Юламанов.  Уға 103 йәш тулған.

Фәтҡулла олатайға – 103 йәш!Фәтҡулла олатайға – 103 йәш!
Фәтҡулла олатайға – 103 йәш!

Хәйбулла районының иң өлкән кешеһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтҡулла Әһлиулла улы Юламанов.  Уға 103 йәш тулған. Район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев Фәтҡулла олатайҙы ҡотларға килгән.

«Һеҙҙе, Фәтхулла Әһлиулла улы, 103 йәшегеҙ менән бөтә йөрәктән ҡотлайым! Һеҙҙең тормош — ҡаһарманлыҡ, фиҙакәрлек һәм Ватанға һөйөүҙең бөйөк тарихы ул. Һеҙҙең эргәлә йәшәү һәм Һеҙҙән ныҡлыҡҡа һәм изгелеккә өйрәнеү – беҙҙең өсөн ҙур дәрәжә. Фронттағы батырлығығыҙ һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы хеҙмәтегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын һәм хәстәрлеген, тыныс, яҡты көндәр теләйем. Беҙ һәр саҡ янығыҙҙа һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер”, – тигән Хәйбулла район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев.

Районда “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә өлкән быуынға ярҙам күрһәтелеп тора.

Сығанаҡ: Хәйбулла район хакимиәте.

***

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb   

Фәтҡулла олатайға – 103 йәш!
Фәтҡулла олатайға – 103 йәш!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас