+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
17 Июля , 06:56

Матур, тик хаталары бар

Өфө урамдарына, самокаттарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, матур-матур плакаттар элгәндәр.

Матур, тик хаталары барМатур, тик хаталары бар
Матур, тик хаталары бар

Өфө урамдарына, самокаттарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, матур-матур плакаттар элгәндәр. Плакаттарҙа – Мостай, Кәрим, Салауат Юлаев, башҡорт айыуы, Бал ҡорто, милли кейемдәге йәштәр. Һәр персонаж бер ҡағиҙәне биҙәй.

Иллюстрацияларҙы Өфө рәссамы Зилә Шинова менән кикшеринг сервистарының береһе эшләгән.

Тик Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев уларҙың ҡайһыларында тупаҫ хата тапҡан һәм кисекмәҫтән төҙәтергә ҡушҡан.

Килсенбаев хәтерләтеүенсә, Өфө хакимиәте ҡарамағында БР-ҙың  «Башҡортостан Республика халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшләй. Шулай уҡ төбәк Хөкүмәте ҡарамағында  Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәре, «Баштәржемә» ресурсы бар  һәм улар аша квалификациялы тәржемә алып була. Уларҙың хеҙмәттәрен файҙаланырға, консультация алырға мөмкин булыр ине плакаттарҙы эшләгәндә.

Фото: Динара Ғаязова / Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / Башинформ.

Матур, тик хаталары бар
Матур, тик хаталары бар
Матур, тик хаталары бар
Матур, тик хаталары бар
Матур, тик хаталары бар
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас