

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының сығарылыш синыф уҡыусылары Хәсәнов Данияр менән Яҡупова Эльвина 9-сы синыфты тик “5”–ле билдәләренә генә тамамланы. Тырыш уҡыусыларыбыҙ гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашты, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр, призлы урындар яуланы.
Барлыҡ фәндәрҙе лә еңел үҙләштергән Хәсәнов Данияр уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәй. Дәрестәрҙән тыш, химия, биология, экология, йәмғиәт белеме фәндәре буйынса олимпиадаларҙа, төрлө тикшеренеү эштәре менән муниципаль, республика һәм Рәсәй кимәлендә еңеүҙәргә өлгәште. Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Иркутск ҡалаларында гимназияның һәм районыбыҙҙың данын яҡланы.
Тырыш уҡыусының уңыштары бихисап. Мәҫәлән, Өфөлә уҙғарылған "Ерҙә кеше" уҡыу-тикшеренеү эштәре ҡала конкурсында һәм Башҡортостан Аграр университетында үткән “Фәнгә тәүге аҙымдар” мәктәп фәнни конкурсында еңеү яуланы. В.И.Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсының төбәк этабында еңеүсе булды.
Данияр баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә йәштәрҙең Рәсәй асыҡ һыу конкурсында республика исеменән ҡатнашты һәм һынатманы, лауреат диломына лайыҡ булды.
“Минең өсөн һыу конкурсы оло һынау булды. Фәнни-ғәмәли эшемде ышаныслы итеп яҡларға, ауыр һорауҙарға яуап бирергә өйрәндем. Жюри ағзалары – мәртәбәле ғалимдарҙың кәңәштәре темаға икенсе күҙлектән ҡарарға, артабан уны өйрәнергә кәрәк, тигән һығымтаға килтерҙе. Түҙемһеҙлек менән конкурстың суперфиналы йомғағын көтәм”, – тип тәьҫораттары менән бүлеште конкурс суперфиналсыһы.
Уның һәр башланғысын хуплап торған ата-әсәһе Алһыу һәм Илдус Хәсәновтар, талапсан уҡытыусыһы Мәҡсүтов Илнур Ризат улы, ғилми етәксеһе Рима Илдус ҡыҙы Юнысова зирәк егеттең артабан да һынатмауына, ҙур уңыштарға өлгәшеүенә ышаныс белдерә.
Эльвина шиғыр яҙыу менән мауыға, ҡул эштәрен дә ярата.
Гимназия ғорурлығы булған уҡыусыларым – Данияр һәм Эльвинаға киләсәктәге тормош һынауҙарына бирешмәй алға атлауҙарын, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйем.
Светлана АТМАСОВА,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.