

Рәсәй Мәғариф министрлығы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы (ВсОШ) ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр тәҡдим итә. Бойороҡтоң проекты буйынса йәмәғәт фекер алышыуы иғлан ителгән. Ул 28 июлгә тиклем барасаҡ.
- Бер йыл эсендә бер предмет буйынса олимпиаданың бер этабын бер генә тапҡыр үтеү рөхсәт ителәсәк. Бер нисә профилле предметтарға ла сикләү ҡағыла, мәҫәлән, уҡыусы информатиканың бер генә профиле (программа яҙыу, яһалма аң, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге йә робот техникаһы) буйынса олимпиада этаптарында ҡатнаша ала.
- 2027 йылдың 1 сентябренән алып элекке йылдар еңеүселәрен һәм призерҙарын муниципаль, төбәк һәм йомғаҡлау этаптарына автоматик үтеү мөмкинлегенән мәхрүм итәләр. Уларға бөтәһен дә мәктәп этабынан яңынан башларға тура киләсәк. Быны ҡатнашыусылар элекке ҡаҙаныштары менән файҙаланмаһын, кимәлен йыл да раҫлаһын өсөн эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта “автоүтеүселәр” финалсыларҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
- Олимпиадала ҡатнашыу ҡағиҙәләрен боҙоусылар өсөн язаны ҡатырыу тәҡдим ителә: олимпиада тапшырғанда телефон йә микронаушник ҡулланып ҡыуылған балалар йыл аҙағына тиклем бөтә предметтар буйынса ҡатнашыуҙан мәхрүм ителә. Бәйләнеш сараларын, мәғлүмәт һаҡлау ҡоролмаларын, хисаплау техникаһын, шпаргалкалар ҡулланыуҙы мәктәп һәм муниципаль этаптарҙа ла тыйырға итәләр. Был уҡыусыларға ла, жюри ағзаларына һәм ойоштороусыларға ла ҡағыла.
- Төбәк этабындағы жюри эше йомғаҡтарын үҙәк предмет-методик комиссияһы тикшерәсәк – был тикшереү сифатын яҡшыртасаҡ.
Әле министрлыҡ бойороғо прокты буйынса фекер алышыу бара. Төҙәтеүҙәр менән уны һуңыраҡ ҡабул итәсәктәр.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.