+20 °С
Ясно
Яңылыҡтар
23 Июля , 07:33

Рус әҙәбиәтен уҡытыуға яңылыҡтар индерелгән

Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә әҙәбиәт дәрестәрендә мотлаҡ уҡытыла торған әҫәрҙәр исемлеген яңыртҡан. Үҙгәрештәр 1–11-се синыфтарҙың бөтәһенә лә ҡағыла.

Рус әҙәбиәтен уҡытыуға яңылыҡтар индерелгәнРус әҙәбиәтен уҡытыуға яңылыҡтар индерелгән
Рус әҙәбиәтен уҡытыуға яңылыҡтар индерелгән

Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә әҙәбиәт дәрестәрендә мотлаҡ уҡытыла торған әҫәрҙәр исемлеген яңыртҡан. Үҙгәрештәр 1–11-се синыфтарҙың бөтәһенә лә ҡағыла.

Исемлек мотлаҡ минимумдан һәм вариатив өлөштән тора.

Йәнә патриотик тематикалы өҫтәмә исемлек бирелә. Уның төп йүнәлештәре: “Тыуған ер тураһында”, “Бөйөк Ватан һуғышы. Тарихи хәтер һәм  традициялар”, ”Рәсәйҙең бөйөк кешеләре тураһында”, “Рус ере һағында”, йәнә  “Za наших” тигән айырым блокта – махсус хәрби операция батырҙары тураһында китаптар.

Китап исемлектәренән тыш, министрлыҡ сығарған документҡа уҡытыуҙың яңы ҡағиҙәләре лә индерелгән: мәҫәлән, 10–11-се синыфтарҙа тәрән өйрәнеү өсөн әҫәрҙәр исемлеге киңәйтелгән, әҙәби тәнҡит роле көсәйтелгән. Бынан ары уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәр менән генә түгел, Белинскийҙан башлап Лихачевҡа тиклем тәнҡитселәрҙең хеҙмәттәре менән дә танышасаҡ, тип хәбәр итә Башинформ.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас