+20 °С
Ясно
Яңылыҡтар
23 Июля , 08:11

Юғары уҡыу йортона документ тапшырырға һуңламағыҙ

Юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн документтар ҡабул итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Башҡортостан Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетында юғары уҡыу йортона ҡабул итеү барышы тураһында һөйләнеләр, тип яҙа Башинформ агентлығы.

Юғары уҡыу йортона документ тапшырырға һуңламағыҙЮғары уҡыу йортона документ тапшырырға һуңламағыҙ
Юғары уҡыу йортона документ тапшырырға һуңламағыҙ

Юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн документтар ҡабул итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Башҡортостан Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетында юғары уҡыу йортона ҡабул итеү барышы тураһында һөйләнеләр, тип яҙа Башинформ агентлығы.

Беренсе аҙым – документтарҙы тапшырыу, әлбиттә. Бында йүнәлеште дөрөҫ һайлау мөһим. Йәнә ҡабул ителеүгә ризалыҡ бланкын (согласие на зачисление) тултырырға кәрәк.

1 авгусҡа тиклем тәүге тулҡын ғаризалары ҡарала

Бюджетҡа инеү барышы ике этаптан тора.

Урындарҙың 80 проценты өҫтөнлөклө этапта (беренсе тулҡын) биләнә.

- Ризалыҡты (согласие на зачисление) 1 августың 12 сәғәтенә (мәскәү ваҡыты) тиклем яҙырға кәрәк.

- Ҡабул ителеү тураһында бойороҡ 3 августа баҫыла.

Урындарҙың ҡалған 20 проценты икенсе этапта бүленә.

- Унда ҡатнашыу өсөн ризалыҡты 6 августа 12 сәғәткә (мәскәү ваҡыты) тиклем бирергә кәрәк.

- Бойороҡ 8 августа сыға.

Ҡайҙа, нисек тапшырырға?

Ҡабул ителеүгә ризалыҡ (согласие на зачисление) – төп документ. Ул булмаһа, хатта иң юғары баллы абитуриентты ла алмайҙар.

Ризалыҡты тапшырыу юлдары:

- “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының “Зачиление в вуз онлайн” суперсервисы

- вуздың ҡабул итеү комиссияһына шәхси үҙең килеп документты тултырыу.

Мөһим деталдәр

Ризалыҡты тапшырыу менән һуҙылмағыҙ: порталдың ҡатып ҡалыуы, ҡабул итеү комиссияһында оҙон сират яһалыуы бар.

Абитуриенттарҙың конкурс исемлеген көн һайын ҡарап барығыҙ, вуздар уларҙы реаль ваҡытта яңыртып тора.

3 һәм 8 августа ризалыҡҡа ҡағылышлы бер нимәне лә үҙгәртеп булмауын  онотмағыҙ. Был көндө уны тапшырып та, кире ҡайтарып та булмай.

 

Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас