

Быйыл Өфөлә СИМ ҡулланыусылар яһаған юл ҡазаларының 12-һе бәлиғ булмағандарға тап килгән.
Шәхси мобиллек сараларынан (руссаһы средства индивидуальной мобильности – СИМ) йышыраҡ электр самокаты юл ҡазаһына сәбәпсе булған. Был ҡазалар күп осраҡта электр самокатына атланған баланың рөхсәт ителмәгән урында оло юлға килеп сығыуына бәйле булған.
Балалар башҡа төрлө юл ҡазаларында ла зыян күрә. Быйылғы 6 айҙа Өфөлә 42 бала имгәнгән, йәрәхәтләнгән. Ярай һәләк булыу осраҡтары юҡ.
Былар хаҡында Өфө мэрияһының оператив кәңәшмәһендә баш ҡала ГАИ-һынан Алексей Комышев һөйләгән.
Белгес билдәләүенсә, дәүләт автоинспекцияһы танытмаһыҙ йөрөүҙе иҫкәртеү маҡсатында рейдтарҙы йыш үткәрә. Көн дә тиерлек бәлиғ булмағандарҙың автомобилгә, мотоциклға, питбайкка идара итеү факттары теркәлә. “Не рули, малай!”, “Мототехника” саралары үткәрелә, әңгәмәләр, осрашыуҙар үткәрелә. Йыш ҡына үҫмерҙәрҙең, ата-әсәһенең паспорт мәғлүмәттәрен һәм аккаунтын файҙаланып, СИМ арендалауы асыҡлана. Ата-әсәләр йыш ҡына балаларының ниндәй тиҙлектәрҙә елдергәнен күҙ алдына ла килтермәй.
Ваҡытлыса мэр вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ауылдарҙа балаларҙың һаҡлыҡ сараларын ҡулланмайынса, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмайынса мопедтарҙа һәм самокаттарҙа йөрөүе хәүефләндереүен билдәләгән.
Ҡала башлығы әйтеүенсә, был аҙнала прокуратура һәм агрегаторҙар ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү темаһына ведомство-ара комиссия ултырышы үтәсәк.
Фото: Ксения Калинина / Башинформ.