

Өфөнөң Калинин районында бер ҡыҙҙың атаһы ҡыҙын яҡлап судҡа мөрәжәғәт иткән. Суд ғәйепле малайҙың ғаиләһенән мораль зыян һәм суд сығымдарын ҡаплауға 200 мең һум түләтергә ҡарар сығарған.
Эш былай булған. Үҫмер малай бер мессенджерҙа канал асҡан, һылтанмаһын уҡыусыларға таратҡан. Шунан, синыфташы булған ҡыҙҙы кәмһетеп, йәберләп, мыҫҡыллы постар ҡуя башлаған.
Ҡыҙ ныҡ рәнйегән, ҡайғырған, психологҡа ла барған. Артабан уның атаһы судҡа ғаризә биргән.
Суд мораль зыянды 150 мең һумға баһалаған, тағы ла 50 меңен юридик сығымдар һәм психологҡа йөрөү хаҡы тәшкил иткән.
Фото: magnific