+34 °С
Ясно
Яңылыҡтар
27 Июля , 07:01

Һыу ингәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен онотмағыҙ

Көндәр эҫе, халыҡ һыу буйында. Һаҡ булырға кәрәклеген онотоп ебәрмәгәндә – рәхәт. Онотҡандарҙың хәтеренә төшөрәбеҙ: рөхсәт ителгән урында ғына һыу инегеҙ.

Һыу ингәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен онотмағыҙҺыу ингәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен онотмағыҙ
Һыу ингәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен онотмағыҙ

Көндәр эҫе, халыҡ һыу буйында. Һаҡ булырға кәрәклеген онотоп ебәрмәгәндә – рәхәт. Онотҡандарҙың хәтеренә төшөрәбеҙ: рөхсәт ителгән урында ғына һыу инегеҙ.

Тыйыу билдәһе торһа, тимәк, бында сөңгөлдәр йә көслө ағым һәм башҡа хәүеф бар.  Көслө-көслө ағайҙарҙы йота алған һыу өсөн бала кешене һәләк итеү бер ни тормай.

Башинформ мәғлүмәт  агентлығы таҫмаһындағы һуңғы ике-өс көн хәбәрҙәренә генә күҙ һалайыҡ.

Нефтекамала бер олатай өс ейәне менән Беүә йылғаһына һыу инергә килә. Был урында һыу инеү тыйылған була. Бер ейәне олатаһы янында ҡала, икәүһе һыуға йүгерә. Һыу ингәндә береһе бата башлай. Бәхетенә эргәнән сапбордта бер егет йөҙөп китеп барған була. Ул батып барған үҫмерҙе ярға алып сыға.  Малай һыу йотҡан, уны дауаханаға алып китәләр һәм реанимация бүлексәһенә һалалар.

Өфөлә Ағиҙел буйындағы “Дежнево” ял зонаһында бер малай тәрәнгә йөҙөп инеп китә. Бер заман ул бата башлай.  19 йәшлек апаһы туғанын ҡотҡарырға ташлана, тик көслө ағымға ҡаршы тора алмай. Уларҙы күреп, йәһәт кенә ҡотҡарыусылар килеп етә һәм икеһен дә ярға алып сыға.

Благовещен ҡалаһында быуала 13 йәшлек ҡыҙ һәләк була.

Өфөнөң Граждандар һағы идаралығы кисә хәбәр итеүенсә, элгәрге тәүлек эсендә Өфө һыуҙарында ғына ҡотҡарыусылар 31 кешене һәләкәттән ҡурсалап ҡалған. Уларҙың 28-е – Ағиҙел буйындағы “Ҡояшлы” пляжында.

Зинһар, һыу буйында һаҡ булығыҙ! Һыу буйына ололар менән генә барығыҙ. Тәрәнгә, көсллө ағымлы урынға инмәгеҙ – һыуҙың тартыу көсөнә ҡаршы тороу бик ауыр, хатта мөмкин түгел.

Фото: Ксения Калинина / Башинформ архивы.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас