

Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу торошо һәм абитуриенттар тураһында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе биргән:
абитуриенттарҙың 94 проценты (1,2 млн кеше) Рәсәй вуздарына “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша 4,3 млн ғариза тапшырған;
бакалавриат һәм специалитет программаларына быйыл бөтәһе 620 481 бюджет урыны бүленгән, шуның 73 проценты – төбәк вуздарында;
бюджет урындарының иң күбе – йылдағыса инженерлыҡ (263,8 мең), педагогия (79 мең), медицина (57,7 мең) йүнәлештәрендә;
абитуриенттар араһында иң популяр йүнәлештәр – инженерлыҡ, педагогия, информатика һәм хисаплау техникаһы, мәғлүмәт системалары һәм технологиялары;
ғаризаларҙың 58% – көндөҙгө бүлеккә, 16% – көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу, 27% ситтән тороп уҡыу бүлегенә бирелгән.
Өфө – урындағы юғары уҡыу йорттарына инеүҙе һайлаған абитуриенттар һаны буйынса ҡалаларҙың тәүге тиҫтәһендә; рейтинг башында Мәскәү (511 мең) һәм Санкт-Петербург (212 мең кеше).
Башҡортостан Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда, махсус һөнәри белем уҡыу йорттарын да индереп, 17 мең бюджет урыны бар. Бакалавриатҡа һәм специалитетҡа 11 меңдән ашыу урын тап килә, йәғни республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙың 75 проценты бюджетҡа инә ала.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы.