+20 °С
Дождь
Яңылыҡтар
29 Июля , 07:38

Глумилинола яңы мәктәп асыла

Өфөләге Көрәш һарайы янында  88-се мәктәптең яңы бинаһы төҙөлөп бөткән. Ул 1 сентябрҙә ишектәрен асасаҡ.

Глумилинола яңы мәктәп асылаГлумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла

Өфөләге Көрәш һарайы янында  88-се мәктәптең яңы бинаһы төҙөлөп бөткән. Ул 1 сентябрҙә ишектәрен асасаҡ.

Мәктәп Глумилино-2 биҫтәһендә һалынған. “Беләм, уны бында йәшәүселәр ныҡ көтә – район йәш, әүҙем, яңы төҙөлгән йорттар күп, уларҙа балалы ғаиләләр йәшәй”, – тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МАКС каналында, был мәктәп тураһында һөйләп. Мәктәптең беренсе корпусы Рәсәй урамында урынлашҡан.

Яңы корпуста уҡытыу профилдәре төрлө буласаҡ. Бында биоинженерлыҡ, кадет, спорт, IT, бизнес синыфтары асырға йыйыналар.

Балаларға һөнәри йүнәлеш алыуҙа партнерҙар – Аҡмулла исемендәге БДПУ, БАГСУ, ӨДНТУ, Өфө медколледжы ярҙам итәсәк.

Спорт синыфтары Көрәш һарайы һәм спорт мәктәптәре менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Ә кадет синыфтары уҡыусылары хәрби эш, бал бейеүҙәре, хәрби тарих түңәрәктәренә һәм секцияларына, грек-рим көрәше буйынса күнекмәләргә йөрөй аласаҡ.

Фото: Радий Хәбиров / МАКС.

Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Глумилинола яңы мәктәп асыла
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас