

Башҡортостанда дүртенсе йыл Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө “Патриот” паркында билдәләнә. ВДВ көнө 2 августа була. Уға бағышлап, беҙҙә бер көнлөк байрам ғына түгел, ә бер нисә сара теҙмәһе үтә.
Быйыл Һауа десанты ғәскәрҙәре төҙөлөүгә 96 йыл тула. Шул уңайҙан “Патриот”та 14–17 йәшлек уҡыусылар өсөн профилле смена ойошторлған.
“Беҙҙә бөтә республиканан егеттәр һәм ҡыҙҙар йыйылды. Улар һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү нигеҙҙәрен өйрәнә – быларға тактика ла, медицина ла, химик-биологик һаҡ та, инженерия, топография инә. Һәм, әлбиттә, балаларға бигерәк тә оҡшаған дисциплиналар: парашют вышкаһынан һикереү, танкыла йөрөү күнекмәләре һәм инженер-сапер бригадаһы биләмәһендә хәрби ҡоралдан атыу. Дөрөҫ, смена ябай түгел, ләкин балалар уны үҙҙәре һайлаған һәм шуның өсөн награда ала. Һөҙөмтәләр буйынса үтәсәк ярышта иң яҡшылар асыҡланасаҡ”, – ти “Патриот” паркының генераль директор урынбаҫары Никита Рекрут.
Сменала балалар һауа десантында хеҙмәт итеү нигеҙҙәрен генә түгел, уның тарихын да өйрәнә. Уларға төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан һәм батырлыҡтар күрһәткән яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйҙәр. Былар һәммәһе 2 августа ВДВ көнөн байрам итеү менән тамамланасаҡ.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.