+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Июля , 10:22

Шаярыуҙың ауыр эҙемтәһе

Ағалы-ҡустылы ике бала шаяра. Береһе секатор менән һелтәнә. Шаярыша торғас, ҡулдағы секаторҙың тотҡосо ысҡынып, ағаһының яңағына ҡаҙала.  Баланы йәһәтләп Дүртөйлө район дауаханаһына алып киләләр.

Шаярыуҙың ауыр эҙемтәһеШаярыуҙың ауыр эҙемтәһе
Шаярыуҙың ауыр эҙемтәһе

Ағалы-ҡустылы ике бала шаяра. Береһе секатор менән һелтәнә. Шаярыша торғас, ҡулдағы секаторҙың тотҡосо ысҡынып, ағаһының яңағына ҡаҙала.  Баланы йәһәтләп Дүртөйлө район дауаханаһына алып киләләр.

Секатор тәрәнгә кергән. Компьютер томографияһы яһайҙар – күҙ соҡорона бер генә миллиметр ҡалған. Саҡ ҡына ҡыбырҙаһа ла, күҙһеҙ ҡалдырыуы бар.

Табиптар ҡатмарлы операцияны башлай. Ҡан тамырҙарына, бит нервыһы тармаҡтарына, күҙ соҡорона зыян килтермәй генә металл әйберҙе алырға кәрәк.

Хирургтың оҫталығы, дежур бригаданың көйлө эше баланы ҡотҡара.

“Уйындан уймаҡ сыға” тигән бына шул була инде. Ҡаның ҡайнап торған үҫмер булһаң да, ҡылығыңдың ни менән бөтөү ихтималлығын уйлай белһәң икән ул...

Фото: Айрат Рәхмәтуллин / ТГ-канал.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас