

Өфөләге “Чайка” балалар һауыҡтырыу лагерында “Башҡортостан мөғжизәләре” тигән квест үткән. Был квест “Тере тарих 3.0” проектының бер өлөшө булып тора. Уны “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә “Беренселәр Хәрәкәте” грантына ойошторғандар.
Балалар уйында ҡатнашып ҡына ҡалмаған, ә квестарҙы үҙҙәре ижад итергә лә өйрәнгән. Ойоштороусылар менән бергәләп балалар һәйбәт уйындың нимәләрҙән торғанын берәмтекләп тикшергән, биш төп ҡағиҙәне айырған: легенда, маҡсат, заданиелар, ҡатмарлылыҡ һәм сағыу финал.
Командалар, йәрәбә һалышып, Башҡортостан мөғжизәләренең береһен алған – Салауат Юлаев һәйкәле, ҡурай, Янғантау, Шүлгән мәмерйәһе, “Урал батыр” эпосы йә шифалы Красноусол шишмәләре.
Тыуған яҡ риүәйәттәренә, хикәйәттәренә һәм факттарға нигеҙләнеп, балалар сюжеттар, йомаҡтар, һынауҙар уйлап тапҡан, идеяларҙы флипчарттарҙа һүрәтләгән. Шунан һәр команда үҙ проектын яҡлаған.
Ойоштороусылар балаларҙың фантазия байлығын, бирелеп уйнауын билдәләгән.
Квеста ҡатнашҡан балалар хәҙер үҙҙәре эшләгән квесты мәктәптә йә лагерҙа ҡуллана ала. Бынан тыш, уларға теләгән бер темаға квест эшләү өсөн чек-лист бирелгән.
Сығанаҡ: Өфө ҡала хакимиәте.
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb