+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Августа , 07:41

Күмертауҙа 6-сы мәктәп яңыртыла

Күмертау ҡалаһында 6-сы мәктәп бинаһын нигеҙенән алып үҙгәртәләр.  БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин эштәр барышын барып күргән.

Күмертауҙа 6-сы мәктәп яңыртылаКүмертауҙа 6-сы мәктәп яңыртыла
Күмертауҙа 6-сы мәктәп яңыртыла

Күмертау ҡалаһында 6-сы мәктәп бинаһын нигеҙенән алып үҙгәртәләр.  БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин эштәр барышын барып күргән.

1990 йылғы бинала бөтә коммуникациялар яңыртылған. Ишек-тәҙрәләр, иҙән, ҡыйыҡ алмаштырылған. Мәктәп тыштан да хәҙер сағыу, йәмле булып тора. Ихатала – яңы спорт майҙансығы, асфальт, рәшәткә.

Хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында видеокүҙәтеү камералары, инеүҙе контролләү пункты, янғын сигнализацияһы ҡуйылған.

1000-дән ашыу урынлы мәктәп тиҙҙән балаларҙы ҡабул итергә әҙер булыр. Ремонт “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау” федераль программаһы сиктәрендә үтә.

Шулай уҡ мәктәпкә уны тамамлаған Рәсәй Геройы Данила Емельянов исемен биреүҙе рәсмиләштереү ҙә бара.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығы матбуғат хеҙмәте.

 

 

 “Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас