

2026 йылғы БДИ йомғаҡтары тураһында Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һөйләне:
«Быйыл БДИ-ла 100 балл йыйыусылар һаны артты. 100 баллы һөҙөмтә 210 булды (2025 йылда – 159). 100 баллы эштәрҙең күпселеге – тәбиғи фәндәр циклы предметтарынан. 100 баллылар һаны һиҙелерлек артҡан предметтар: физиканан – 69 (2025 – 36), математиканың профилле кимәле – 21 (2025 – 10), биологиянан – 12 (2026 – 3), әҙәбиәттән — 7 (2025 — 1), йәмғиәт белеменән — 3 (2025 — 1), инглиз теленән — 1 (2025 — 0). Рус теленән 100 баллылар һаны артыуы ҡыуандырҙы — 24 (2025 — 13)».
Белем сифаты күтәрелеүен юғары баллыларҙың күбәйеүе лә раҫлай. 81 һәм унан күберәк балл алыусылар проценты былтырғы менән сағыштырғанда физика, математиканың профилле кимәле, биология, информатика, әҙәбиәт, йәмғиәт белеме буйынса күтәрелгән.
60-тан юғарыраҡ балл алыусылар һаны һигеҙ предмет буйынса артҡан. Был уларға юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итеү мөмкинлеген бирә.
Федераль тестлау үҙәге мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Башҡортостан – профилле математика һәм тәбиғи фәндәр предметтары (химиия, физика, информатика, биология) буйынса БДИ тапшырыу һайлағандар һаны буйынса лидер төбәк. Был предметтарҙы беҙҙең мәктәптәрҙе тамамлаусыларҙың 41,8 проценты тапшырған (2025 йылда – 39,72, Рәсәйҙә икенсе һөҙөмтә ине).
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар өсөн шатланыуын белдерҙе һәм мәғариф инфраструктураһына һалынған өлөшкә уҡыусыларҙың яҡшы һөҙөмтәләр менән яуап биреүен билдәләне.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb