

Ғафури районындағы Красноусол балалар санаторийы ҙур яңыртыу кисерәсәк. Был турала һүҙ БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡуҙғатылды.
«Беҙ „Красноусол“ санаторийы инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ итергә килештек. Унда мотлаҡ аҡса һалырға кәрәк. 14 сентябргә уны үҫтереү һәм инфраструктураһын яҡшыртыу планын тәҡдим итеүегеҙҙе һорайым. Дөйөм алғанда, шуны әйткем килә: республикабыҙҙағы бөтә һигеҙ дәүләт санаторийы ла һәйбәт эшләй, тултырылышы 90 процентттан алыу, яҡшы килемлеләр. Эш бара», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
***
“Красноусол” балалар санаторийы 1957 йылда асылған. Тәүҙә унда полиомиелитлы балаларҙы һауыҡтыралар. Әлеге ваҡытта шифахана балаларҙың ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, тире, аяҡ-ҡул сирҙәрен дауалауға тәғәйенләнгән.
Фото: “Красноусол” балалар санаторийы сайты.
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb