

Башҡортостан Мәғариф министрлығы киләһе уҡыу йылына уҡыу календарын баҫып сығарған.
Каникулдар ниндәй көндәргә тура килә?
Көҙгө каникул: 26 октябрь – 3 ноябрь (9 көн).
Ҡышҡы каникул: 31 декабрь – 10 ғинуар (11 көн), 1-се синыфтарға өҫтәмә каникул: 15–21 февраль (7 көн).
Яҙғы каникул: 27 март – 4 апрель (9 көн).
Йәйге каникул: 27 май – 31 август (97 көн).
Балалар 126 көндө каникулда ял итеп үткәрәсәк.
Байрам ялдары:
Республика көнө – 12 октябрь.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 3 һәм 4 ноябрь.
Яңы йыл каникулы – 1–8 ғинуар.
Ватанды һаҡлаусылар көнө – 22 һәм 23 февраль.
Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 март.
Ураҙа байрамы – 9 март.
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – 3 май.
Еңеү көнө – 10 май.
Ҡорбан байрамы – 17 май.
Киләһе уҡыу йылында уҡыусылар – 164 көн, беренсе синыфтар 159 көн уҡыясаҡ.
Фото: ӘХМӘТЙӘНОВ Реналь, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Реналдең фотоһында – уның 4-се синыфты тамамлаған синыфташтары башланғыс мәктәп менән хушлаша. Хәҙер инде улар – 5-се синыф уҡыусылары.
*“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb