

Йылайыр районында “Zа единство – Zа берҙәмлек” йәштәр фестивале бара. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Фестивалгә 500-ҙән ашыу кеше килгән.
Фестивалдә йәштәр, студенттар, МХО ҡатнашыусылары менән бергә “Беренселәр Хәрәкәте”нән балалар ҙа ҡатнаша.
Өс көн буйы барған сарала йәштәр һәм үҫмерҙәр психология, бизнес, медиа, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙәге белем биреү программаларында эшләй.
Шулай уҡ милли һәм интерактив уйындар, һөнәрҙәр конкурсы, спорт ориентиры, усаҡ янында йырлашып кис ултырыуҙар, таланттар конкурстары, дискотекалар, эстрада йондоҙҙарының сығыштары һәр кемдең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Фото: БР Йәштәр министрлығы медиаүҙәге матбуғат хеҙмәте / Башинформ.