+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Августа , 08:03

Башҡорт киноһы халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ

Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!” фильмы “Бәләкәй принц” үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн кинофильмдар кинофестиваленең халыҡ-ара конкурс программаһына индерелгән.

Башҡорт киноһы халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡБашҡорт киноһы халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ
Башҡорт киноһы халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ

Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!” фильмы “Бәләкәй принц” үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн кинофильмдар кинофестиваленең халыҡ-ара конкурс программаһына индерелгән.

Фестиваль 26 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Владикавказ ҡалаһында (Төньяҡ Осетия–Алания Республикаһы) үтәсәк.

Картина имен ғаиләлә үҫеп, көтмәгәндә ташланған балаларҙың һалҡын, дошмансыл мөхитенә эләккән малай тураһында һөйләй. Фильм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Урам балалары”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” тигән әҫәрҙәре мотивтары буйынса төшөрөлгән.

Сценарийҙы Мәғәфүр Тимербулатов яҙған.

 

Фото: фильмдан кадр / Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас