+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Августа , 08:33

Мәктәптәрҙә уҡыусыларға һөнәр һайлауға ярҙам көсәйәсәк

Яңы уҡыу йылы башынан “Рәсәй – минең офоҡтарым” курсы сиктәрендә 6–11-се синыф уҡыусылары үҙ төбәктәренең иҡтисадын һәм хеҙмәт баҙарын өйрәнә башлаясаҡ. Был курс “Киләсәккә билет” берҙәм профориентация моделенең бер өлөшө буласаҡ һәм илдең 8,5 миллион уҡыусыһын солғаясаҡ.

Мәктәптәрҙә уҡыусыларға һөнәр һайлауға ярҙам көсәйәсәкМәктәптәрҙә уҡыусыларға һөнәр һайлауға ярҙам көсәйәсәк
Мәктәптәрҙә уҡыусыларға һөнәр һайлауға ярҙам көсәйәсәк

Яңы уҡыу йылы башынан “Рәсәй – минең офоҡтарым” курсы сиктәрендә 6–11-се синыф уҡыусылары үҙ төбәктәренең иҡтисадын һәм хеҙмәт баҙарын өйрәнә башлаясаҡ. Был курс “Киләсәккә билет” берҙәм профориентация моделенең бер өлөшө буласаҡ һәм илдең 8,5 миллион уҡыусыһын солғаясаҡ.

Программа кәм тигәндә 8 дәрес үткәреүҙе күҙҙә тота. Улар төбәктең – беҙҙең мәктәптәрҙә Башҡортостандың – иҡтисад, төп предприятиелары, кәрәкле һөнәрҙәр, карьера траекториялары темаларына бағышланасаҡ.

Айырыуса аграр профессияларға ҙур иғтибар биреләсәк. Уҡыусыларға ауыл хужалығы үҫеше, заманса агротехнологиялар, тармаҡта эшләү перспективалары тураһында һөйләйәсәктәр.

«Сегодня профориентационная работа со школьниками — неотъемлемая часть образовательного процесса. Важно не просто познакомить ребят с различными специальностями, а помочь им увидеть реальные возможности для обучения, профессионального развития и трудоустройства. С 1 сентября на занятиях курса „Россия — мои горизонты“ молодые люди будут узнавать о ведущих предприятиях, ключевых отраслях экономики и востребованных профессиях своей малой родины, знакомиться с современными производствами и успешными специалистами. Такой подход поможет детям осознанно выбрать дальнейший образовательный маршрут, а регионам подготовить мотивированные кадры с учетом потребностей экономики», — тигән РФ мәғариф министры  Сергей Кравцов.

 

Фото: Пиксабай.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас