+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Августа , 07:37

Нуриман районында яңы мәктәп төҙөләсәк

Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъярҙа 340 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөләсәк. Шулай уҡ Байгилде ауылы лицейының интернаты ремонтланасаҡ, ашхана менән спорт залы һалынасаҡ.

Нуриман районында яңы мәктәп төҙөләсәкНуриман районында яңы мәктәп төҙөләсәк
Нуриман районында яңы мәктәп төҙөләсәк

Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъярҙа 340 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөләсәк. Шулай уҡ Байгилде ауылы лицейының интернаты ремонтланасаҡ, ашхана менән спорт залы һалынасаҡ.

Нуриман районында Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә кәңәшмәһе үткәйне. Уның барышында Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров Ҡыҙылъяр ауылындағы  Ғ. Шәйхетдинов исемендәге мәктәпте ҡараны.

Ауыл үҫә, балалар һаны ла арта. Өҫтәүенә, автобус менән күрше-тирәләге  ете ауылдың  балаларын ташыйҙар.  Шуға бер генә  мәктәп етмәй. Уҡыу ике смена бара.

Андрей Назаров был мәктәпкә реконструкция яһауҙың 2028 йылғы планға индерелеүе тураһында белдерҙе, мөмкинлек булһа, бәлки, иртәрәк тә, тип өҫтәне етәксе.

Фотола – Ҡыҙылъяр мәктәбе.

Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте / Андрей Назаровтың МАКС каналы / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас