+18 °С
Дождь
Яңылыҡтар
9 Августа , 08:33

"Ирәндек" лагерына Асҡын балалары килгән

Асҡын районында, был йәйҙең көслө ямғырҙары арҡаһында һыуҙар ташып, байтаҡ йорттарға зыян килгәйне. Һыу ҡазаһына тарыған ғаиләләрҙең балаларын Әбйәлил районындағы “Ирәндек” балалар лагеры ҡабул иткән.

"Ирәндек" лагерына Асҡын балалары килгән"Ирәндек" лагерына Асҡын балалары килгән
"Ирәндек" лагерына Асҡын балалары килгән

Асҡын районында, был йәйҙең көслө ямғырҙары арҡаһында һыуҙар ташып, байтаҡ йорттарға зыян килгәйне. Һыу ҡазаһына тарыған ғаиләләрҙең балаларын Әбйәлил районындағы “Ирәндек” балалар лагеры ҡабул иткән.

“Әбйәлил район хакимиәте башлығы Айрат Әминевкә  йылы ҡаршы алыуы, был сәфәрҙе ойоштороуҙа шәхсән ҡатнашыуы һәм һәр балаға иғтибарлы булыуы өсөн ихлас рәхмәтемде еткерәм.  Ауыр саҡта ярҙамға килергә һәм хәстәрлек менән солғарға  әҙер торған кешеләрҙең барлығын тойоу бигерәк тә мөһим”, – ти Асҡын хакимиәте башлығы Динис Йосопов.

Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы яҙа.

 

Фото: Асҡын район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас