+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Августа , 06:59

“Ай Йола” - Төньяҡ ҡотопта

“Ай Йола” төркөмө Төньяҡ ҡотопта йөрөп ята. Коллектив “50 лет Победы” атомйөрөгөсө бортында 22 ил вәкилдәре менән бергә бөтә меридиандар тоташҡан географик нөктәгә сәйәхәткә сығып киткәйне. Экспедиция Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған.

“Ай Йола” - Төньяҡ ҡотопта“Ай Йола” - Төньяҡ ҡотопта
“Ай Йола” - Төньяҡ ҡотопта

“Ай Йола” төркөмө Төньяҡ ҡотопта йөрөп ята. Коллектив “50 лет Победы” атомйөрөгөсө бортында 22 ил вәкилдәре менән бергә бөтә меридиандар тоташҡан географик нөктәгә сәйәхәткә сығып киткәйне. Экспедиция Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған.

Беҙҙең музыканттар океан киңлегендә йөҙөп йөрөгән әллә нисә метр ҡалынлығындағы боҙ  өҫтөндә сығыш яһаған. “Урал батыр” ҡобайыры темаларын сағылдырған йыр  ыңғайына арктик экспедиция ҡатнашыусылары интернациональ әйлән-бәйләнгә төшкән.

Кем уйлаған инде башҡорт халҡының  “Урал батыр” эпосы бер заман Төньяҡ полюста яңғырар тип? “Ләкин бындай мәлдәр мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡлығын, музыка өсөн аралар юҡлығын иҫкә төшөрә”, – ти музыканттар.

Фото: “Ай Йола” видеояҙмаһынан скриншот / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас