

4–8 сентябрҙә Ҡазанда XXII “Алтын мөнбәр” халыҡ-ара кинофестивале үтәсәк. Был осорҙа Татарстан баш ҡалаһы халҡы донъяның төрлө мөйөштәрендә төшөрөлгән конкурстан тыш киноларҙы ҡарай аласаҡ.
Кинофестивалдә Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының “Батырҙар ташы” фильмы күрһәтеләсәк.
Режиссер Роман Пожидаевтың мажаралы фэнтези жанрында төшөрөлгән фильмы геройҙары серле ҡомартҡы эҙләй. Уларға бишенсе уҡтың башағын табырға һәм ай тотолғансы тылсымлы Батырҙар ташы аҫтына һалып өлгөрөргә кәрәк. Шул саҡ ҡаршыларында боронғо батыр Кинйә пәйҙә була.
Серҙәр, сиселештәр, хәүефле мажаралар, тылсымлы әүерелештәр, ҡомһоҙлоҡ һынауы, мөхәббәт – барыһы ла бар был ҡыҙыҡлы фильмда.
Фото: Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы / Башинформ.