

Баймаҡта Креатив индустриялар көнөн үткәргәндәр. Башҡортостанда был көн икенсе йыл билдәләнә.
Талҡаҫ күле буйында тәмле конкурс үткән. Ҡымыҙсылар үҙ тауарын тәҡдим иткән. Ололар байрамы булһа ла, балалар ҙа тәмле саранан ситтә ҡалмай инде.
Сара “Эффектив һәм конкуренциялы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә барған.
“Бындай саралар ижади индустрияларҙың мәҙәни мираҫты эшләп торған иҡтисади ресурсҡа әйләндереүен күрһәтә, туристарҙы ылыҡтыра, башҡорт брендын Башҡортостан Республикаһынан алыҫ сит яҡтарҙа таныулы итә”, – ти Баймаҡ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.
Сығанаҡ: Баймаҡ район хакимиәте.