

Әбйәлил районы Айғырбатҡан утары гөрләп тора. Унда “Башҡорт аты” тигән клип төшөрөлә. Клип өсөн йырҙы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының “Талисман” вокаль студияһына шөғөлләнеүсе балалар башҡара.
Проектты ойоштороусы Фәнилә Нөғәмәнова профессионалдарҙы йыйған. Клип өҫтөндә шағирә Гөлназ Ҡотоева, композитор Руслан Ниғмәтов, режиссер Руслан Юлтаев, оператор Азат Ғәлиуллин эшләй.
“Төп геройҙар – беҙҙең 50 талантлы бала. Улар беҙҙең яҡта ниҙәр бар, шуның тураһында йырлай: Ирәндек тауҙары, Ҡырҡтытау, Яҡтыкүл, ирек һәм тоғролоҡ билдәһе булған башҡорт аты. Профессиональ команданың беҙҙең йәмле төбәктә эшләгәнен, күҙҙәре янып торған балаларҙың тыуған ере тураһындағы йырҙы башҡарғанын күҙәтеү – көслө тәьҫир яһай һәм илһамландыра. Районда битараф булмаған, талантлы ошондай кешеләр булғанда беҙ республиканың һәм илдең бөтә майҙансыҡтарында яңғыраясаҡбыҙ”, – ти район хакимиәте башлығы Айрат Әминев.
Проект Мәҙәни инициативалар буйынса Президент фондының “Музконтент” йүнәлешендә ярҙам алған. Йырҙар башҡортса һәм русса яҙҙырыла.
Фото: Айрат Әминев / Әбйәлил район хакимиәте / Башинформ.