+21 °С
Ясно
Яңылыҡтар
11 Августа , 09:51

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә – математика лицей-интернаты тураһында

Бөгөн, 11 августа, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә  төҙөлөп ятҡан Республика  математика лицей-интернаты  тураһында һөйләшеү булған.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә – математика лицей-интернаты тураһындаХөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә – математика лицей-интернаты тураһында
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә – математика лицей-интернаты тураһында

Бөгөн, 11 августа, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә  төҙөлөп ятҡан Республика  математика лицей-интернаты  тураһында һөйләшеү булған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Мәғариф министрлығына  буласаҡ лицей-интернатты юридик шәхес итеп  рәсмиләштереүҙе ашыҡтырырға ҡушҡан.

Төҙөлөштөң график буйынса барыуы билдәләнгән. Уны 2027 йылдың 1 сентябренә өлгөртөргә йыйыналар.

Лицей-интернатҡа  уҡыусыларҙы һайлап алыу мәсьәләһенә иғтибар йүнәлтелгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, лицейға инеүселәр өс этаплы конкурс аша үтәсәк: “Уҡыусыларҙы унда бик ҡатмарлы “иләк” аша, өс этапта һынап йыясаҡбыҙ. Иң талантлы балаларҙы аласаҡбыҙ”.

Төбәк етәксеһе педагогтар штатын һәм уҡыусылар контингентын формалаштырыу эшен быйылғы сентябрҙә үк башларға ҡушҡан.

***

Өфөнөң Менделеев урамында урынлашасаҡ  Республика математика лицей-интернаты 2025 йылдың авгусында төҙөлә башланы. Проект  “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш хаҡы 2,8 млрд һумға төшәсәк. Дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метр тәшкил иткән 6 ҡатлы бина составына уҡыу корпусы, торлаҡ блоктары, спорт зонаһы, ашхана, китапхана, конференц-зал инә.

Лицей  360 уҡыусыға иҫәпләнгән, интернатында 250 урын буласаҡ.

Лицей-интернатта 6–11-се синыфтар эшләйәсәк.

 

Фото: Дәүләт һатыу-һатып алыуҙары рәсми сайты / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас