

Уральск ауылы балалары үткән маршрут бик ҡыҙыҡлы булған: Теләктәр туҫтаҡтарын, Ахун һынташтарын күргәндәр, Ахун ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ингәндәр.
Музейҙа ауыл тарихы, “Ҡыҙыл партизан” колхозы, уның уңғандары тураһында мәғлүмәт алғандар. Элекке йорт ҡаралтыһын, йыһаздарын, иҫке фотоларҙы, шулай уҡ боронғо януарҙарҙың һөйәктәрен ҡыҙыҡһынып ҡарағандар.
Сара “Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына яуап биргән.
Сығанаҡ: Учалы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.