+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
12 Август , 07:49

Эш судҡа барып еткән

Башҡортостанда беренсе тапҡыр бер атайҙы балаһына мототехника һатып алғаны өсөн судҡа биргәндәр.

Эш судҡа барып еткәнЭш судҡа барып еткән
Эш судҡа барып еткән

Башҡортостанда беренсе тапҡыр бер атайҙы балаһына мототехника һатып алғаны өсөн судҡа биргәндәр.

Межгорье  ҡалаһында йәшәгән 44 йәшлек ир 2024 йылда улына “Ирбис” мотоциклы һатып алған.

Быйыл июлдә  15 йәшлек үҫмер таныҡлыҡһыҙ, шлемһыҙ көйө полицияға тап булған. Туҡтарға ҡушҡандар, ул туҡтамаған.

Тик ғаилә яуаплылыҡтан ҡотола алмаған.

Атаһы ғәйебен таныған, эш мировой судҡа ебәрелгән.

Башҡортостан прокуратураһында белдереүҙәренсә, был осраҡ республикала тәүге тапҡыр ата-әсәнең “Бәлиғ булмаған баланы уның ғүмеренә хәүеф менән янаған ғәмәлдәргә ылыҡтырыу” тураһындағы енәйәт статьяһы (РФ УК-һының 151.2-се статьяһы) буйынса яуапҡа тарттырыу осрағы булып тора.

Шулай итеп,  бындай осраҡтарҙы судта ҡарау прецеденты барлыҡҡа килде.

 

Фото: Ксения Калинина / Башинформ архивы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас