

Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре “Өләсәй, әсәй, ейәнсәр: быуындар бәйләнеше” тигән сағыу ғаилә байрамы үткәргән.
“Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына тап килгән сара туғанлыҡты, әүәлдән килгән йолаларҙы, әхләҡи ҡиммәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Сара Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылын да сағылдыра.
Ауыл инәйҙәре һәм апайҙары, балаларын, ейәндәрен, бүләләрен эйәртеп, йәшел аҡланда йыйылған. Улар өсөн ял, самауыр сәйе, күңелле уйындар ойошторолған.
“Бөгөн беҙ ялға килгән ауылдаштарҙы ғына түгел, ауылыбыҙҙың тере тарихын күрәбеҙ. Был йөҙҙәргә ҡарағыҙ әле: өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ҡыҙҙар һәм ейәнсәрҙәр. Быуындар бәйләнеше – ул беҙҙе бөтә ҡыйынлыҡтарҙан көслөрәк иткән күҙгә күренмәҫ еп. Ҡатын кеше ҡыҙына хужабикәлек оҫталығын, ейәндәренә тыуған ергә һөйөүҙе тапшырып, дәүләттең халыҡты һаҡлау бурысын үтәй”, – ти ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов.
Сығанаҡ: Баймаҡ район хакимиәте.