

Өфөнөң Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Амалия Сабанбаева йыл да йәйге каникулын Хәйбулла районында йәшәүсе өләсәйендә үткәрә.
Амалия өйҙә ярҙам итә, баҡсаға һыу ҡоя. Дуҫтары менән уйнай, велосипедта йөрөйҙәр. Күмәкләп һыу төшә баралар.
Ауылда Амалияға бик күңелле.