+11 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Августа , 07:10

Радий Хәбиров мәктәптәрҙең сифатлы ремонтланыуын билдәләй

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында “Йәштәр һәм балалар” милли проектына һәм партияның  “Яңы мәктәп” проектына ингән 42 мәктәп яңыртып ремонтлана. Уларҙың 36-һы быйыл сафҡа инәсәк.

Радий Хәбиров мәктәптәрҙең сифатлы ремонтланыуын билдәләйРадий Хәбиров мәктәптәрҙең сифатлы ремонтланыуын билдәләй
Радий Хәбиров мәктәптәрҙең сифатлы ремонтланыуын билдәләй

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында “Йәштәр һәм балалар” милли проектына һәм партияның  “Яңы мәктәп” проектына ингән 42 мәктәп яңыртып ремонтлана. Уларҙың 36-һы быйыл сафҡа инәсәк.

 “Ҡыйыҡ, фасад, тәҙрәләр, инженерлыҡ коммуникациялары, эске биҙәлеш – бөтәһен дә яңыртабыҙ”, – тип яҙған был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе ремонтланған мәктәптәрҙә уҡыу шарттары ла үҙгәреүен билдәләгән. Яңыртылған мәктәптәрҙә профилле синыфтар, өҫтәмә түңәрәктәр эшләй башлай, китапханалар ылыҡтырғыс урынға әйләнә, спорт залдары үҙенә саҡырып тора.

Яңыртылған мәктәптәрҙә уҡыу шатлығы 20 меңләп балаға ҡағыласаҡ. “Уҡыусыларҙан рәхмәт йөҙөнән тик яҡшы билдәләр генә көтәбеҙ”, –  тигән Радий Хәбиров.

Фото: “Башинформ” МА архивынан.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас