+16 °С
Дождь
Яңылыҡтар
17 Августа , 07:15

Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған

Үткән шәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбендә булған. 

Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланғанКүмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған
Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған

Үткән шәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбендә булған

Был мәктәптә быйыл “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә  капиталь ремонт үткән. Тәҙрәләр, иҙән менән түшәм, инженерлыҡ коммуникациялары яңыға алмаштырылған, мәктәптең эсе лә ялт итеп тора.

1990 йылда асылған мәктәптә 1056 уҡыусы уҡый. Ошо уҡыу йортон тамамлаған Рәсәй Геройы Данила Емельянов исемен йөрөткән мәктәптә хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге синыф эшләй. Быйыл 1 сентябрҙә медицина синыфы асыла. Йыл һайын мәктәп тамамлаусыларҙың 95 проценты юғары уҡыу йорттарына инә, шуларҙың 61 проценты республика вуздарын һайлай. Былар хаҡында Радий Хәбировҡа мәктәптең директоры Марина Дерягина һөйләгән.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған
Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған
Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған
Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған
Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас