

5 сентябрҙә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге өҫтөнә төрлө төҫтәге осорғостар күтәреләсәк. Был көндө “Самрау иле” тигән осорғостар фестивале үтә. Һәр кем килеп еп ҡойроҡло ҡағыҙ осорғостар көтөүен ҡарай аласаҡ. Үҙең килтергәнде лә осора алаһың.
Осорғостарҙы (воздушный змей) кемдәрҙер һатып ала, кемдәрҙер үҙ ҡулы менән эшләй.
Башҡорт ҡобайырҙарының образдарын да йәнләндереп осорорға мөмкин була – фантазияға киң мөмкинлек асыла.
Фестиваль 12 сәғәттә башлана.
Фото: Тимерхан Ғәйнуллин.
6+