+22 °С
Облачно
Яңылыҡтар
19 Августа , 10:32

Башҡортостанда балалар һүрәттәре конкурсы иғлан ителә

Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап, тиҙҙән балалар һүрәттәре конкурсы үткәреләсәк. “Минең ғаиләм һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы” тип аталған был конкурста тотош ғаилә менән ҡатнашырға мөмкин.

Башҡортостанда балалар һүрәттәре конкурсы иғлан ителәБашҡортостанда балалар һүрәттәре конкурсы иғлан ителә
Башҡортостанда балалар һүрәттәре конкурсы иғлан ителә

Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап, тиҙҙән балалар һүрәттәре конкурсы үткәреләсәк. “Минең ғаиләм һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы” тип аталған был конкурста тотош ғаилә менән ҡатнашырға мөмкин.

Конкурс өс этапта үтәсәк:

- 1 сентябрь – 30 октябрь – һүрәттәрҙе йыйыу

- 1–30 ноябрь – баһалау

- 2026 йылдың декабре – бүләкләү тантанаһы.

Йәш төркөмдәре:

- 1–4-се синыф уҡыусылары

- 5–6-сы синыф уҡыусылары

- 7–9-сы синыф уҡыусылары.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны һәм һүрәтте ошо адресҡа ебәрергә: 450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 46.

Конкурс положениеһы һәм ғариза бланкыһы БР Конституция советы сайтында:  https://ksrb.bashkortostan.ru/

Фото: “Белем” йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе.

Сығанаҡ: “Молодежная газета” баҫмаһы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас