Өфөнөң “Родина” кинотеатрында “Университет сменалары” федераль проектында ҡатнашыусыларҙы тантаналы ҡаршы алыу сараһы булды. Башҡортостанға Луганск Халыҡ Республикаһының Луганск, Красный Луч, Антрацит һәм Алчевск ҡалаларынан 100 уҡыусы һәм педагогтар килде.
Смена М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла үтә. Уҡыу йорто 2022 йылдан бирле Донбасстан һәм Запорожье өлкәһенән 600-ҙән ашыу уҡыусыны ҡабул итте. “Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы беҙ һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән ҡаршылайбыҙ. Беҙҙең төбәктәрҙе дөйөм тарих һәм хеҙмәттәшлек бәйләй”, – тине тантанала университеттың ректоры Салауат Сәғитов.
Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты исеменән балаларҙы депутат Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
Абруйлы ҡунаҡтар уҡыусыларға педуниверситет символикаһы төшөрөлгән галстуктар таҡты һәм шулай итеп уларҙы вуздың татыу ғаиләһенә ҡабул итте.
Тантана һуңында уҡыусылар “Лето. Город. Любовь” тигән фильмды ҡараны, артабан режиссерҙар Руслан Юлтаев һәм Руслан Римович менән аралашты.
Ағартыу программаһы 26 августа тамамлана.
Фото: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның матбуғат хеҙмәте / Башинформ.