

“Урал менән Аҡбуҙаттың мажаралары” комиксы мауыҡтырғыс, сағыу тарихтар аша балаларҙы тыуған яҡ мәҙәниәте, тәбиғәте менән таныштыра.
8 сюжеттан торған журнал Урал исемле малай менән Аҡбуҙат ҡушаматлы тылсымлы ат тураһында һөйләй. Был икәү Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә. Бәләкәй герой кешеләргә ярҙам итергә өйрәнә, тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәте, милли башҡорт аштары менән таныша, төҫтәрҙе, һандарҙы өйрәнә. Йәнә ул иң мөһим нәмәләрҙе – изгелек, ҡыйыулыҡ, хәстәрлелек, белемгә ынтылыш кеүек төшөнсәләрҙе үҙләштерә.
"Аҡсарлаҡ" коммерцияға ҡарамаған автономиялы йәмғиәте хәбәр итеүенсә, комиксты сығарыуға Башҡортостан Башлығы гранты мөмкинлек биргән. Проекттың авторы – “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина. Эш барышы тураһында бына нәмәләр һөйләгән ул:
– Беҙҙең проект балаларға Башҡортостандың мәҙәни һәм тәбиғәт мираҫы тураһында һөйләй, уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй, тыуған яҡҡа ҡыҙыҡһыныу уята. Иллюстрацияларҙы рәссам Ирина Әхмәҙуллина төшөрҙө. Сағыу, тасуири һүрәттәр балаларға аңлайышлы, матур итеп эшләнгән. Баҫманы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто типографияһы 800 данала баҫып сығарҙы. Комикстар республиканың мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына тапшырыласаҡ.
***
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb