

Өфөләге БР Милли музейында мәғарифтың үткән быуаттарҙағы тарихына арналған күргәҙмә асылған. “Белем яҡтыһы: Башҡортостанда мәғрифәтселек (XIX быуат аҙағы – XX быуат башы)” тигән был күргәҙмә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 195 йыл, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға һәм Белем көнөнә арналған.
Экспозициялар
- Өфө губернаһында мәғариф системаһының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләй.
- халҡыбыҙҙың ике мәшһүр мәғрифәтсеһенең тормошо һәм хеҙмәттәре менән таныштыра.
Күргәҙмә октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк.
Фотолар: БР Милли музейының матбуғат үҙәге.
***
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb