+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
22 Августа , 07:23

Рәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтә

Рәсәй волейболы донъя майҙанына ҡайтарылғандан һуң Өфөлә илдең ирҙәр волейбол командаһы ҡатнашлығында  халыҡ-ара турнир башланды.

Рәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтәРәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтә
Рәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтә

Рәсәй волейболы донъя майҙанына ҡайтарылғандан һуң Өфөлә илдең ирҙәр волейбол командаһы ҡатнашлығында  халыҡ-ара турнир башланды.

Турнирҙа Иран, Беларусь һәм Куба командалары ҡатнаша. Рәсәй волейболсылары кисә Иран йыйылма командаһы менән осрашты.  Матчты асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыларға таҙа уйын, еңеүҙәр, уңыштар теләне.

Өфөнөң Көрәш һарайында үткән матчҡа 5 меңдән ашыу тамашасы килгәйне. Был ысынлап та башҡортостандарҙың, төбәк етәксеһе билдәләүенсә, волейболды яратыуын раҫлай.

"Республика өсөн ғорурлыҡ хисе уяна. Беҙҙә шундай ҙур спорт сараһы үтә. Бындайҙы көн һайын күреп тормайһың. Дөрөҫөн әйткәндә, мин волейболды күрһәтер һәм ҡыҙыҡһындырыр өсөн улымды алып килдем. Бәлки, был уны киләсәктә спорт менән шөғөлләнергә дәртләндерер”, – тигән Алина исемле бер тамашасы “Башинформ” хәбәрсеһенә.

Рәсәй менән Иран осрашыуы рәсәйҙәр файҙаһына 3:1 иҫәбенә тамамланды.

Фотолар: Валерий Шахов / Башинформ.

Рәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтә
Рәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтә
Рәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтә
Рәсәй командаһы донъя волейболына ҡайтты. Өфөлә тәүге турнир үтә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас