

25 августан 15 сентябргә тиклем Өфөлә “Изгелек портфеле” хәйриә акцияһы бара. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткән был сараны ҡаланың Ирекмәндәр ассоциацияһы балаһын мәктәпкә әҙерләгән мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында үткәрә.
Ауыр хәлле ғаиләләргә нимәләр менән ярҙам итергә була?
Яңы яҙыу-һыҙыу кәрәк ярағы һәм мәктәп әйберҙәре:
- зәңгәр һәм төҫлө ручкалар, ҡәләмдәр
- дәфтәрҙәр (шаҡмаҡлы һәм буйлы, 12–18 битле), һүрәт төшөрөү өсөн альбомдар
- линейкалар, тупаҫ осло ҡайсылар (бәләкәй синыфтар өсөн), ҡәләм- елемдәр
- ижад йыйылмалары, пластилин, төҫлө ҡағыҙ һәм ҡатырға
- беренсе синыф уҡыусылары өсөн әҙер йыйылмалар.
Бүләктәрҙе Өфөнөң Комсомол урамындағы 12-се йортта урынлашҡан 17-се кабинетта ҡабул итәләр.
Сығанаҡ: Өфө ҡала хакимиәте.