

Быйыл 1 сентябрҙән Өфөнөң 5 мәктәбендә “Ракета-космос технологиялары синыфы” пилот проекты эшләй башлай, ә 7 мәктәптә Тәфтиш комитетының кадет синыфтары асыла.
Профессия алды синыфтары селтәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса модель стандарттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә киңәйтелә.
Өфөлә медицина, психология-педагогика, инженерлыҡ һәм энергетика синыфтары эшләп килә.
Ә тотош Башҡортостанда 769 мәктәптә 1 462 профессия синыфы бар. Улар инженерлыҡ, тимер юлсылыҡ, машиналар һәм самолеттар эшләү, энергетика, химия һәм нефть-газ сәнәғәте, медиа һәм креатив технологиялар, ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы һ.б. йүнәлештәрҙә эшләй.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.