-3 °С
Облачно
Яңылыҡтар
27 Августа , 11:40

Егеттәр хәрби ғилемгә өйрәнә

Әбйәлил районы Красная Башкирия урта мәктәбенең 9-сы “А” синыфы уҡыусылары Вадим Джангучиков менән Марат Иҫәнсурин “Патриот” паркында “Еңергә өйрәнеү” профилле смену сменаһын уңышлы үтеп ҡайтҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Егеттәр хәрби ғилемгә өйрәнәЕгеттәр хәрби ғилемгә өйрәнә
Егеттәр хәрби ғилемгә өйрәнә

Әбйәлил районы Красная Башкирия урта мәктәбенең 9-сы “А” синыфы уҡыусылары Вадим Джангучиков менән Марат Иҫәнсурин “Патриот” паркында “Еңергә өйрәнеү” профилле смену сменаһын уңышлы үтеп ҡайтҡан.

Рәсәй Геройы  М.В. Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында  уҡыусылар хәрби әҙерлек буйынса интенсив курс үткән.  

Был курсҡа түбәндәгеләр инә:

- атыу ҡоралы буйынса әҙерлек;

- хәрби-десант әҙерлеге ( теория һәм  ПВ-58 парашют вышкаһынан ырғыу);

- хәрби-медицина әҙерлеге (беренсе ярҙам күрһәтеп өйрәнеү);

- хәрби топография (урын-ерҙә ориентирлашыу)

- альпинист һәм инженер әҙерлеге;

- БПЛА-ға идара итеү (хәҙерге заман технологиялары);

- физик әҙерлек, шул иҫәптән легендар «Геройҙар уҙышы».

Смена программаһына шулай уҡ интеллектуаль уйындар, патриотик  квиздар  һәм тематик  кино ҡарауҙар ингән.

 

Сығанаҡ: “Әбйәлил” гәзите / МАКС.

***

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

Егеттәр хәрби ғилемгә өйрәнә
Егеттәр хәрби ғилемгә өйрәнә
Егеттәр хәрби ғилемгә өйрәнә
Егеттәр хәрби ғилемгә өйрәнә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас