+7 °С
Ясно
Яңылыҡтар
27 Августа , 07:14

Стәрлетамаҡ уҡыусыһы – анимация буйынса Рәсәй чемпионы

Мәскәүҙә  цифрлы сәнғәт буйынса “АртМастерс” милли чемпионаты үткән. Уның финалында илдең төрлө төбәгенән 143 профессионал ярышҡан.

Стәрлетамаҡ уҡыусыһы – анимация буйынса Рәсәй чемпионыСтәрлетамаҡ уҡыусыһы – анимация буйынса Рәсәй чемпионы
Стәрлетамаҡ уҡыусыһы – анимация буйынса Рәсәй чемпионы

Мәскәүҙә  цифрлы сәнғәт буйынса “АртМастерс” милли чемпионаты үткән. Уның финалында илдең төрлө төбәгенән 143 профессионал ярышҡан.

Чемпионатта Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “МАФ” мультипликация студияһы тәрбиәләнеүсеһе ӘСЕҒОЛОВА Диана (педагогы – Дарья Иванова) ҡатнашҡан. Бөтә этаптарҙа Диана “Юниорҙар” категорияһында 1-се урын алған, йәғни ярымфиналда ла, финалда ла иң юғары балды йыйған.  Шулай итеп, Диана анимация буйынса Рәсәй чемпионы булған!

Диананың еңеүе Башҡортостанда йәш быуындың ниндәй һәләтле икәнен раҫлап тора. Уңыштар һәм яңы еңеүҙәр һиңә, Диана!

Чемпионат “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты буйынса үткәрелә.  Ул урта һөнәри белем системаһын яңыртыуға һәм ил иҡтисады өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән.  Яңылыҡты БР Мәғраиф министрлығы үҙенең МАКС каналында хәбәр итә.

Фото: БР Мәғариф министрлығы / МАКС.

Стәрлетамаҡ уҡыусыһы – анимация буйынса Рәсәй чемпионы
Стәрлетамаҡ уҡыусыһы – анимация буйынса Рәсәй чемпионы
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас