

1 сентябрҙән башлап дәрестә телефон ҡулланырға ярамай. Был ҡағиҙәне Рәсәй Мәғариф министрлығы сығарған.
Йәмәғәт урындарында кешеләр өсөн тәртип ҡағиҙәләре бар. Ҡағиҙәләр, әйтәйек, кеше араһында ҡысҡырып-ҡысҡырып телефондан һөйләшеүҙе хупламай. Дәрестә иһә телефон ҡарап ултырыу йә хәбәр яҙышыу, уйын уйнау иғтибарҙы тарҡата, теманы аңларға ҡамасаулай.
Ләкин ҡағиҙә булғас, уны үтәргә кәрәк. Смартфонға бик ныҡ өйрәнгән балалар, уны ҡулдан ысҡындырғас, тәүҙә борсолор, ҡыйынһыныр, ләкин тиҙҙән күнегеп китер. Дәрескә, уҡытыусы һөйләгәнен тыңларға ҡамасау булмағас, өлгәш тә яҡшырыр.
Уҡыусыларҙың йә уҡытыусыларҙың, мәктәп хеҙмәткәрҙәренең һаулығына йә ғүмеренә янаған хәүефле хәл килеп тыуһа, әлбиттә, телефонды алып, тиҙерәк ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итеү мөһим – һәр ҡағиҙәнең иҫкәрмәһе була.
Тәнәфестә иһә, мәктәп етәкселеге ниндәй ҡағиҙә сығарһа, шулай булыр, йәғни тәнәфестә телефон тотоноу мәсьәләһен һәр мәктәп үҙенсә хәл итә ала.
Фото: Magnific.