+9 °С
Болотло
Яңылыҡтар
29 Август , 14:02

Владимир Путин менән Радий Хәбиров Глумилинда яңы мәктәпте асты

Бөгөн Өфөнөң Глумилин-2 микрорайонындағы яңы мәктәпте асыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Владимир Путин менән Радий Хәбиров Глумилинда яңы мәктәпте астыВладимир Путин менән Радий Хәбиров Глумилинда яңы мәктәпте асты
Владимир Путин менән Радий Хәбиров Глумилинда яңы мәктәпте асты

Бөгөн Өфөнөң Глумилин-2 микрорайонындағы яңы мәктәпте асыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Радий Хәбиров ил Президентына республикала мәғариф үҫеше тураһында һөйләне, был мөһим өлкәлә булышлыҡ  күрһәтеүе һәм, ғөмүмән, Башҡортостанға, уның халҡына иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Беҙ асҡан мәктәп, — ысын мәғәнәһендә XXI быуаттыҡы, бик яҡшы, яҡты һәм заманса. Уның берҙән-бер генә түгеллеге бик шәп  — матур яңы мәғариф учреждениелары республиканың төрлө төбәктәрендә үҫеп сыға.  Ә күп йылдар эшләп торғандарына беҙ Президент капиталь ремонт программаһы ярҙамында икенсе һулыш өрәбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, күрелгән саралар һәйбәт һөҙөмтә бирә. Уңайлы шарттарҙа балалар уҡыуға икенсе төрлө ҡарай. Был  аныҡ һөҙөмтәләрҙән дә күренә — БДИ-ла 100 һәм  200 балл алыусылар, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары һаны арта.

«Форсаттан файҙаланып, Владимир Владимировичты беҙҙең өсөн мөһим булған тағы бер мәғариф объектын — Дәүләт башлығы ярҙамында һалыныусы Европа Фән һәм белем биреү үҙәге вуз-ара  студенттар кампусын асыуға саҡырҙым. Уны беҙ йыл аҙағына тиклем эшкә ҡушырға планлаштырабыҙ”, – тип уртаҡлашты тағы бер яңылығы менән Башҡортостан Башлығы.

Фото: видеонан скриншот / БР Башлығының ВК-лағы рәсми сәхифәһе / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас