+16 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
31 Август , 10:27

Ҡала яны поездарында уҡыусыларға льгота бирелә

1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡала яны поездарына билетҡа 50 процентлы ташлама эшләй башлай.

Ҡала яны поездарында уҡыусыларға льгота биреләҠала яны поездарында уҡыусыларға льгота бирелә
Ҡала яны поездарында уҡыусыларға льгота бирелә

1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡала яны поездарына билетҡа 50 процентлы ташлама эшләй башлай. Ул 7 йәштән өлкән уҡыусыларға, юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәри уҡыу йорттарының  көндөҙгө бүлегендә уҡыған студенттарға ҡағыла.

Билет алғанда мәктәптән справка (һәр уҡыу йылында яңыһы алына) йә студент билетын күрһәтергә кәрәк.

Электричкаға билетты“РЖД Пассажирам” ҡушымтаһы аша алған осраҡта унда льготалы профилде теркәргә кәрәк. Теркәлгәндән һуң бер тәүлектән ташламалы билетты алып буласаҡ.

Льгота уҡыу йылы башынан 15 июнгә тиклем ғәмәлдә була.

 

Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас